+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәмле Һаҡмар буйында

Йәйге каникул башланғас, мәктәбебеҙ уҡыусылары өсөн йыл һайын поход ойошторола. Был юлы беҙ унынсылар менән бергәләп юлға сыҡтыҡ. Сәйәхәтебеҙ Йәнтеш ауылы янындағы иң матур урынға ине.

Йәмле Һаҡмар буйында
Йәмле Һаҡмар буйында

Унда ашҡынып барып еттек. Палаткаларҙы ҡорған арала сәй ҙә ҡайнап сыҡты. Их, тәмлелеге! Төрлө үләндәр ҡушылғайны шул. Һыйланып алғас, Һаҡмарҙа рәхәтләнеп һыу индек. Шунан инде тирә-яҡты күҙәтергә, дарыу үләндәре йыйырға тотондоҡ. Был ауыл эргәһендә тәбиғәт иҫ китмәле, тау башынан һоҡланып ҡарап торҙоҡ.
Төштән һуң төрлө уйындар башланды. Туп типтек, үҙебеҙҙе ярыштарҙа һынаныҡ. Уйнап арығас, тағы ла һыу инеп алдыҡ. Йылға эргәһендә мунса бар ине, унда ла йыуынып сыҡтыҡ.
Төнгө усаҡ янында төрлө ҡыҙыҡ-мәҙәктәр һөйләшеп, йырҙар йырлап ултырып, таң атҡанын һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Матур булды сәйәхәтебеҙ.
Дуҫтарымдан: «Походта һеҙгә иң оҡшағаны нимә булды?» – тип һорағас, улар дәррәү генә: «Һыу төшөү!» – тине. Ысынлап та, Һаҡмарҙа йөҙөп, сумып, туйғансы һыу инеп ҡайттыҡ. Көнө лә һәйбәт ине. Быйылғы поход барыбыҙҙың да күңелендә оҙаҡ һаҡланыр әле, тип уйлайым.
Бының өсөн мәктәп директоры Ғәлиәхмәт Әхмәтхан улы Рәхмәтовҡа, хужалыҡ эштәре мөдире Милә Ғарифйән ҡыҙы Шәриповаға, синыф етәкселәребеҙ Рәйфә Хәмиҙулла ҡыҙы Рәхмәтоваға, Миңһылыу Сабирйән ҡыҙы Юлановаға, атай-әсәй­ҙәребеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Эйе, йәйге йәмле мәл бик тиҙ үтә. Шуға ла ошо ваҡытта синыфташтарымдың матур ял итеп, сынығып, һаулығын нығытып, яңы көс менән уҡыу йылын башлауын теләйем.

Нургизә РӘХМӘТОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Яңы Ергән мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: