-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡағыҙҙан — аҡ сәскәләр

Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гөлгөнә Урал ҡыҙы Татлыбаева, китапханасы Рәмзиә Ғәмбәрис ҡыҙы Иман­ғолова балалар өсөн матур сара ойошторҙо. Ул Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды.

Ҡағыҙҙан — аҡ сәскәләр
Ҡағыҙҙан — аҡ сәскәләр

Ҡыҙҙар һәм малайҙар байрамдың барлыҡҡа килеү тарихын тыңланы, ғаилә ҡиммәттәре хаҡында һөйләште, кү­ңелле уйындарҙа, конкурстарҙа, викториналарҙа ҡатнашты. Ҡағыҙҙан һөйөү символы булған аҡ сәскә лә яһанылар.
Һуңынан күмәкләшеп ауылдың хөрмәтле кешеләре, матур парҙары булған, 64 йыл бергә татыу ғүмер кисергән Рәсимә Татлыбай ҡыҙы һәм Сабирйән Шәймәрҙән улы Йосоповтарҙы ҡотларға барҙылар. Өлкәндәрҙең ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Осрашыуҙан балалар ҙа ҡәнәғәт ҡалды.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас в