+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тәүге баш ҡалабыҙға сәйәхәт

Тыуған яҡ, тиһәң, иң элек урманлы-таулы Ирәндек, Урал тауҙары, иген баҫыуҙары, йылға-күл буй­ҙары, аллы-гөллө ауыл ихаталары күҙ алдына баҫа. Матурлыҡ, гүзәллек донъяһы ла бит ул. Беҙҙең Әбйәлил яҡтарында тотош ағастар менән ҡапланған тауҙар ҙа, ҡуйы урмандар ҙа, саф һыулы шишмәләр ҙә, йылға-күлдәр ҙә күп.

Тәүге баш ҡалабыҙға сәйәхәт
Тәүге баш ҡалабыҙға сәйәхәт

Тик кешелек йәмғиәтенең үҫеш-үҙгәрешен, үткән тормошондағы төрлө ижтимағи хәл-ваҡиғаларҙы өйрәнеү өсөн тәбиғәт күренештәренә генә күҙ һалыу аҙ. Был йәһәттән тарихи сығанаҡтарҙы үҙенә һыйындырып, уны киләсәк быуын вәкилдәренә түкмәй-сәсмәй еткереүҙе төп маҡсаты итеп ҡуйған музей­ҙар ярҙамға килергә әҙер. Ошоларҙың барыһын да күҙ уңында тотоп, Әбйәлилдең бер төркөм вәкилдәре Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәскә юл тотто. Улар араһында уҡытыусылар ҙа, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә, китапхана хеҙмәткәрҙәре лә бар ине.
Республикабыҙҙа иң тәүгеләрҙән булып асылған тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла тап ошо ауылда икән. 1919 йылда бында Әхмәтзәки Вәлидиҙең Башҡорт хөкүмәте лә урынлашҡан. Төрлө күсмә күргәҙмәләр ойоштороп, хәҙер инде Темәстең тарихи-мәҙәни үҙәге һаналған йорттоң директоры булып Айҙар Рәйес улы Мәжитов эшләй. Музей барлығы дүрт залдан тора. Беренсеһе башҡорт өйөнөң эске күренешен күҙ алдына баҫтырһа, икенсеһе «Бөрйән бунты» тип атала. Унда «Ҡанлы илле биш» тип нарыҡланған тарихи ваҡиғаларҙы, Әмин, Сураш батырҙар, башҡорт ихтилалдары тураһында мәғлүмәт тупланған. Өсөнсө зал иһә беренсе Башҡорт республикаһы төҙөлөүгә, Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендә беренсе башҡорт шураһын һәм автономияһын ойоштороуға, Муса Мортазин, Шәһит Хоҙайбирҙиндарҙың эшмәкәрлеген яҡтыртыуға арналған. Ошо тарихи ваҡиғаларға таянып, Башҡортостан Республикаһының ниндәй юлдар үтеп, күпме ауырлыҡтар аша бөгөнгө матур тормошҡа аяҡ баҫыуын күҙ алдына килтерәһең.
1919 йылда Башҡорт хөкүмәте эшләй башлағас, Үҙәк Совет власы менән килешеү төҙөлә. Ә шул ваҡытта ике мәктәбе, ике мәсете булған Темәс Башҡортостандың баш ҡалаһы итеп билдәләнә. Аҡ казактарҙың һөжүме көсәйгәс, 1920 йылда хөкүмәт Стәрлетамаҡҡа күсерелә. Тап ошо йылда Әхмәтзәки Вәлиди Ҡарағайморонда үҙ резиденцияһын булдыра. Шул заманда уҡ башҡорттар үҙҙәренең ҡыйыу, иленә тоғро булыуҙары менән айырылып торған. Петроградҡа ҡурҡыныс янағас, революция етәксеһе Владимир Ильич Ленин иң элек беҙҙең халыҡҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә лә инде. Ҡаланы һаҡлауҙа башҡорттар ҡыйыулыҡ күрһәткән.
– Халҡыбыҙҙың тарихы һоҡланырлыҡ, ғорурланырлыҡ, – ти Айҙар Рәйес улы. – Уны йәш быуын белеп үҫергә тейеш. Беҙҙең музейға килеп тә әллә күпме тарихи ҡомартҡылар менән танышырға мөмкин.
Эйе, музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи мәғлүмәттәрҙе һаҡлаған изге урын, мәҙәни усаҡ. Унда тупланған экспонаттар, материалдар беҙгә тарихыбыҙҙы нығыраҡ белергә ярҙам итә. Шуға ла һеҙ ҙә, ҡәҙерле уҡыусылар, йәйге каникулығыҙҙа Баймаҡ районының Темәс ауылындағы был музейҙы барып ҡарағыҙ. Күпте күреп, белеп ҡайтырһығыҙ.

Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: