-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иң иҫтә ҡалғаны – һабантуй

Аҡъярҙағы 1-се мәктәптә көндөҙгө лагерь эшләне. Уҡыусыларҙың һәр көнө күңелле һәм файҙалы үтте. Ә шулай ҙа иң иҫтә ҡалғаны, моғайын, балалар һабантуйы булғандыр.

Иң иҫтә ҡалғаны – һабантуй
Иң иҫтә ҡалғаны – һабантуй

Байрам алдынан балалар һебә йыйҙылар. Нисегерәкме? Ауылда өй беренсә йөрөп, һабантуйға бүләк хәстәрләне улар. Һебә йыйыу­сыларға тәрбиәселәр, уҡытыусылар, балалар таҫтамал, яулыҡ, ҡулъяулыҡ кеүек төрлө бүләктәр тапшырҙы.
Байрамдың төп өлөшөн башҡорт халҡының төрлө милли уйындары биҙәне. Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып, тоҡ кейеп йүгереү, күҙ бәйләп бүләк алыу, көршәк ватыу, таяҡ менән «ат сабышы» һәм баш­ҡа ярыштарҙа барыһы ла ихлас ҡатнашты.
Бына тантаналы мәл етте. Иң әүҙемдәр, иң етеҙҙәр бүләктәр алып һөйөндө.
Был матур көндөң хәтирәләре уҡыусыларҙың күңелен оҙаҡ йылытып торор әле.

Нурзилә ЙӘНТУРИНА.
Хәйбулла районы.

Иң иҫтә ҡалғаны – һабантуй
Иң иҫтә ҡалғаны – һабантуй
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: