

Сараға әҙерлек бик етди барҙы. Үткәреү урыны алдан һайланды, уны биҙәү, милли уйындар өсөн кәрәк-яраҡтар, бүләктәр алынды.
Байрамды ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Наилә Йәүҙәт ҡыҙы Бикмәтова асып ебәрҙе. Иң тәүҙә йола буйынса теләктәр әйтеп, ҡолғаға бүләктәр бәйләнек. Шунан уйындар башланып китте. «Ат сабышы»нда, арҡан тартышта, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып, тоҡ кейеп йүгереүҙә, күҙ бәйләп көршәк ватыуҙа, ғаилә эстафетаһында барыһы ла ихлас ҡатнашты.
Һабантуй йома сәйе эсеү менән тамамланды. Бүләктәр алып һөйөнгән балалар көр күңел менән өйҙәренә таралышты. Был көндө улар ғына түгел, хатта тәбиғәт тә ҡыуанғандай булды. Беҙҙең ҡайтып еткәнде көтөп тороп, шифалы ямғырын яуҙырҙы ғына.
Зәйтүнә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Баймаҡ районы.