Себенле һәм Түбәнге Әүрез мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан театрлаштырылған матур сара әҙерләнгәйне. Барыһының да күңеленә хуш килде ул.
Нептун, Һыуһылыу һәм башҡа әкиәт геройҙары ҡыҙҙар, малайҙар менән бергә күңел асты.Сәмләнеп, дәртләнеп ярыш, эстафеталарҙа ҡатнаштылар, рәхәтләнеп һыу инделәр. Сыр-сыу килеп уйнап-көлөп, йырлашып ваҡыт үткәргәндән һуң, тәбиғәт ҡосағында табын ҡороп, һыйланып та алдылар.
Был сағыу һәм күңелле байрам балаларҙың йәйге ялының матур бер иҫтәлеге булып, күңелдәрендә онотолмайса һаҡланыр әле.
Илиза НӘҒИМОВА,
Себенле ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.
Әлшәй районы.