+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Атайым иҫтәлегенә

Эй, был ғүмер! Аҡҡан һыуҙай, иҫкән елдәй, тиҙ үтә лә китә икән. Күҙ асып йомғансы...

Атайым иҫтәлегенә
Атайым иҫтәлегенә

Һеҙгә атайым тураһында яҙам, үҙен әсәйемдең, ағайым менән апайымдың һөйләүе буйынса ғына беләм. Ул был яҡты донъяны ташлап киткәндә миңә өс кенә йәш тулған. Атайымдың исеме – Адик Радис улы, 36 йәшендә генә мәрхүм булған. Быйыл уға 47 йәш тулыр ине.
Атайым кешелекле, ярҙамсыл, изге күңелле булған. Ул эске эш­тәр бүлеге ҡарамағындағы район-ара ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре етәксеһе булып эшләй. Тырышлығы менән майор дәрәжәһенә барып еткән, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары бар. Эшенә бик яуаплы ҡараған. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ҙур танылыу яулаған минең атайым. Бөтәһе лә үҙен хөрмәт иткән, яратҡан. Әсәйем Юлиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы ме­нән беҙгә, өс балаға, ғүмер биргәндәр.
Атайымды юҡһынабыҙ, һағынабыҙ. Шуға ла ғаиләбеҙ менән уның иҫтәлегенә футбол ярыштары үткәреп торабыҙ. Быйыл турнирҙы 10-сы тапҡыр ойошторҙоҡ. Еләк һатҡан аҡсаға грамоталар, кубок һатып алдыҡ. Шулай уҡ бағымсыларыбыҙ Зөбәржәт һәм Далис Шәмсетдиновтарға, Эльмира Сәғертдин ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Футбол турнирына Салауат районынан командалар саҡырыл­ды. Кубокты Иҙрис ауылынан кил­гән футболсылар яуланы. Икен­се урында – беҙ, Әлкә егеттәре, ә өсөнсө урынды Юлай команда­һы алды.
Атайымдың исемен йөрәк түренә һалып, күп йылдар һаҡлап, көс-дәрт алып ғүмер итәбеҙ. Уның изге рухы беҙҙе киләсәккә әйҙәй.

Инсаф ШӘМСЕТДИНОВ,
VII синыф уҡыусыһы.
Салауат районы,
Әлкә мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: