

Әлбиттә, һәр кем каникулды матур үткәргәндер һәм йәй көндәре иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булғандыр. Минең дә ялым бик файҙалы үтте, тип әйтә алам. Бер минутымды ла бушҡа уҙғарманым. Бөрйәнемдең хозур, матур тәбиғәтенә сығып, ҡыш көндәре хуш еҫтәр сығарып, тәмле итеп сәй эсер өсөн үләндәр, емеш-еләктәр йыйҙым. Ағиҙел йылғаһы буйындағы Тирмән ҡаяһынан һикереп, дуҫтарым менән һыу инеп тә кинәндем. Шулай уҡ синыфташтарым менән Әбйәлил районындағы Яҡтыкүлгә сәйәхәткә барып, бер көн палаткаларҙа йоҡлап, күңелле ял итеп ҡайттыҡ.
Ғаиләбеҙҙә иң оло ҡыҙ булараҡ, әсәйемә өй хужалығында ярҙам итәм, һеңле-ҡустыларымды ҡарашам. Көн дә тиерлек атай, ағайҙарым менән бесән эшләргә йөрөнөм. Ҡалдырып китмәһендәр, тип машинаға иң алдан сығып ултыра торғайным. Сөнки урманда матур тәбиғәт ҡосағында хуш еҫле үлән сәйҙәре эсеүе үҙе бер ғүмер, тип уйлайым. Ә кискеһен ҡояш нисек байығанын күрһәгеҙ! Иҫ киткес матур, хайран ҡалырлыҡ күренеш.
Аллаға шөкөр, тип әйтәм, быйыл бесән һәйбәт булды, хатта икенсе йылға ла етмәле итеп әҙерләп ҡуйҙыҡ. Унан ни тиклем арманһыҙ булып, арып ҡайтыуыма ҡарамай, тағы үҙемдең яратҡан шөғөлөмә – башҡорт милли биҙәүесе – түшелдерек эшләүгә тотонам. Аҙаҡ Исмәғил ағайым менән бергәләп бал борабыҙ.
Шулай итеп, каникулымды тәбиғәттә ял итеп, эштә сынығып, яңы уҡыу йылына көс-дәрт алып, файҙалы һәм дә иҫтәлекле итеп үткәрҙем. Йәйҙе һағынырмын инде.
Вәсилә ӘЙҮПОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.