+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
19 Сентябрь 2022, 14:05

Ветеран уҡытыусыға картуф алышҡандар

Бар ерҙә көҙгө уңыштарҙы йыйыу осоро бара. Әле көндәр ҙә йылытып ебәрҙе. Баймаҡ районы Ишбирҙе мәктәбенең VIII, IX синыф уҡыусыларын маҡтағандан-маҡтағы килеп кенә тора. Улар мәғәриф ветераны Гөлнур инәй Маликоваға картуф алышырға ярҙамға барған.

Ветеран уҡытыусыға картуф алышҡандар
Ветеран уҡытыусыға картуф алышҡандар

 Уҡыусылар ҙа “һә” тигәнсе картуфты ҡаҙып, йыйып та алған. Дәррәү эшләгән балаларға Гөлнур һәм Рәмил Маликовтар оло рәхмәттәрен белдергән.

Афарин, ишбирҙеләр!  Гел шулай ярҙамсыл булығыҙ, йәме!

Фото:  vk.com

Ветеран уҡытыусыға картуф алышҡандар
Ветеран уҡытыусыға картуф алышҡандар
Ветеран уҡытыусыға картуф алышҡандар
Ветеран уҡытыусыға картуф алышҡандар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: