+30 °С
Облачно
VKOKTelegram
Беҙгә килгән хаттарҙан
25 Сентября 2022, 09:45

Матур тәрбиә бирергә тырышабыҙ

Ниһайәт, беҙҙең үҙебеҙҙең дә байрам бар. Хәҙер Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнөн рәсми рәүештә билдәләйбеҙ. Быға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Ни тиһәң дә, балалар баҡсаһында баланың үҫешендә тәрбиәсенең өлөшө ҙур. Һәр ғаилә үҙенең иң ҡәҙерле һәм ғәзиз улын, ҡыҙын беҙҙең ҡулға ышанып тапшыра. Был һөнәрҙе ныҡ яуаплы, талапсан, шул уҡ ваҡытта ябай, киң күңелле, һөйөү менән һуғарылған ҙур йөрәкле кеше генә үҙ итә ул.

Матур тәрбиә бирергә тырышабыҙМатур тәрбиә бирергә тырышабыҙ
Матур тәрбиә бирергә тырышабыҙ

Беҙҙең «Әкиәт» балалар баҡсаһында бөтәһе 14 төркөм эшләп килә, ә шуның 6-һында башҡорт балалары тәрбиәләнә. Кескәй­ҙәр­ҙе мәктәпкә әҙерләйбеҙ. Туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләйбеҙ, уларҙың һәләттәрен үҫтерәбеҙ. Беҙҙең коллектив ныҡ татыу, һәр беребеҙ балаларға күңел йылыһын биреп, эшенә яуаплы ҡарай. Ата-әсәләр менән бәйләнеш тотоп, бергәләп төрлө саралар уҙғарабыҙ.
Уңыштарыбыҙ ҙа күп. Бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр ҙә яулайбыҙ. Сөнки беҙҙә һөнәренә тоғро, тормошҡа ижади ҡараған, һәр яҡтан да өлгөр, әүҙем булған тәрбиәселәр генә эшләй. Һынат­ҡаныбыҙ юҡ, һәр саҡ өлгөлө булырға, балаларыбыҙға матур тәрбиә бирергә тырышабыҙ.

Әлфиә ВИЛДАНОВА, тәрбиәсе.
Сибай ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас