

Баймаҡ районы китапханаларында яҡташ яҙыусыбыҙ, оло йөрәкле ҡатын-ҡыҙ әҙибә Таңсулпан Ғарипованың ижады тәрән өйрәнелә. Уның әҫәрҙәре буйынса китап уҡыусылар конференциялары, «түңәрәк өҫтәл»дәр, диспуттар, күргәҙмәләр, башҡа төрлө саралар ойошторолоп тора. Яҙыусы тыуған яғы менән һәр саҡ бәйләнештә. Әҙибә – төбәгебеҙҙең көтөп алған ҡунағы, китап уҡыусыларҙың яратҡан авторы. Һәр ҡайтҡан һайын районыбыҙҙың төрлө ауылдарында осрашыуҙар үтә. Ул Күсей, Ишбирҙе, Юлыҡ, Ярат, Таһир, Ҡаратал, Мерәҫ, Ишей, Икенсе Этҡол, Билал, Темәс, Татлыбай, Урғаҙа, Сыңғыҙ, Ниғәмәт, Иҫке Сибай, Кәрешкә һәм башҡа ауылдарҙа булды. Әҙибә бармаған ауыл районыбыҙҙа юҡ та, буғай.
Һәр китапханала яҙыусының әҫәрҙәре буйынса ҡыҙыҡлы кисәләр үткәрелә. Мәҫәлән, Йылым ауылында – «Таң йондоҙо Таңсулпан» исемле әҙәбиәт дәресе, тормошсан, әхлаҡ мәсьәләләрен күтәргән «Яңғыҙ бөркөт өйөрөлә күктә» тигән тетрәндергес хикәйәһе буйынса Ҡараталда мәктәп уҡыусылары хөкөм-дәрес ойоштора. Унда автор үҙе лә ҡатнаша.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙы ябайлығын, тырышлығын, мәҙәнилеген үҙенә туплаған әҙибә исеме менән районыбыҙҙың барлыҡ китапханаларында «Таңсулпан» клубтары ойошторолдо. Уның маҡсаты – йәш ҡыҙҙарҙы үҙ аллы тормошҡа әҙерләү, йәмғиәттәге кире күренештәрҙән, насар ғәҙәттәрҙән ҡурсалау, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас әҙәплелек, тыйнаҡлыҡ, инсафлыҡ, нәзәкәтлек сифаттары тәрбиәләү, ижади һәләттәрен үҫтереү. Был клубта IX – XI синыфтарҙа уҡыусы, төрлө ижадҡа һәләтле, күңелендә илаһилыҡ, зауыҡлыҡ, матурлыҡҡа һоҡланыу тойғоһо йөрөткән, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, тарихына, мәҙәниәтенә битараф булмаған йәш ҡыҙҙар шөғөлләнә. Мәҫәлән, Ниғәмәт ауылында «Хәҙерге заман ҡыҙы ниндәй булырға тейеш?» әңгәмәһе, Таулыҡайҙа «Өлөшөңә төшкән көмөшөң» әҙәби-музыкаль кисәһе, Йәнйегет һәм Йылым ауылдарында «Һылыуҡай» конкурстары үтә. Ике тиҫтә йыл дауамында эшләп килгән «Таңсулпан» клубының үҫмер, йәшлек ҡорона ингән ҡыҙҙарҙың киләсәк яҙмышында, шәхес булып формалашыуында роле бик ҙур.
Уҙған йыл Билал ауыл китапханаһында яҡташ яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың «Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ мажаралары» әкиәте буйынса IV синыф уҡыусылары менән дәрес уҙғарылды. Теләгебеҙ – ошо әкиәт аша балалар күңеленә яҡтылыҡ орлоғо һалыу, яҡшылыҡҡа мәҙхиә йырлау. Балалар әҙибә әкиәте аша ата-әсә ҡәҙерен белергә, яҡшы менән насарҙы айырырға, кешегә ауырлыҡ килгәндә ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәклеген аңланы.
Шулай уҡ район китапханалары араһында «Яратҡан яҡташ яҙыусым» исемле буктрейлерҙар конкурсы ойошторолдо. Юлыҡтар – «Ялан сейәһе» хикәйәһенә, Мерәҫ, Темәс ауылдары – «Бөйрәкәй» романына, Аҡморон һәм ишмырҙалар – «Әҫәрҙәр» китабының 3-сө томына, күсейҙәр «Китмәгеҙ, торналар!» драмаһына мөрәжәғәт итте.
Бәрәкәтле Баймаҡ ере, Башҡортостан Республикаһы үҙ ҡыҙы, ҡабатланмаҫ талант эйәһе, билдәле яҙыусы, даланлы драматург Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Башҡорт әҙәбиәтенең сағыу йондоҙо Таңсулпан Ғарипова, уның тәрән мәғәнәле, һутлы телле, бай йөкмәткеле, йәйғор төҫтәрендәй сағыу ижады – халҡыбыҙҙың оло хазинаһы. Яҡын киләсәктә китапханабыҙҙа әҙәбиәт музейы үҙ ишектәрен асыр, тип өмөтләнәбеҙ. Был Баймаҡ халҡы өсөн оло ваҡиға буласаҡ.
Зилә МОРТАЗИНА,
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры.