+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Афарин, етенселәр!

Алтын көҙ… Ғүмер көҙө ул бихисап матурлыҡ, бай мәғәнәгә тулы, сөнки кеше был мәлдә  мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерә: уңыштарын барлап, тормош тәжрибәһен башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле осоро һәм ул шуның менән бәхетле.

Афарин, етенселәр!
Афарин, етенселәр!

 Баймаҡ районы Түбә мәктәбенең VII уҡыусылары, ер йөҙөндәге барлыҡ өләсәй-олатайҙарҙы, инәй-бабайҙарҙы ысын күңелдән ихлас ҡотлап:

“Беҙҙең ауылдағы оло йәштәгеләргә һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа  оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын. Байрам уңайынан, ололарға барып ярҙам итеү, уларға изге теләктәр әйтеү, бүләктәр биреү, фәһемле әңгәмәләр ҡороу – беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс.

Донъялар ғына тиҙерәк тынысланһын”, – ти етенселәр.

Фото:  vk.com

Афарин, етенселәр!
Афарин, етенселәр!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: