+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һоҡланғыс беренселәр

Быйыл Ғафури районы Красноусолдағы Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт интернат-гимназияһына   беренсе синыфҡа  57 бала уҡырға килгән. Улар өс синыфҡа бүленеп уҡый.

Һоҡланғыс беренселәр
Һоҡланғыс беренселәр

“Бөгөн беренселәрҙең уҡый башлағандарына теүәл 1 ай ҙа үтеп китте. Уҡыусылар тиҙ генә гимназия тәртибенә өйрәнеп тә алдылар. Улар  дәрестәрҙә  башҡортса һәм урыҫса матур итеп яуап бирә, бер-береһенән уҙҙырып шиғырҙар һөйләй. Дөрөҫ итеп яҙырға ла оҫтарып киләләр. Уҡытыусыларының талаптарын тиҙ үҙләштереүҙәре лә һоҡланырлыҡ. Арып китһәләр, физминуткаға  ла туҡталып алалар. Әлбиттә, дәрестәрҙә балаларға үҙҙәренең уйын формаһы йыш ҡулланыла. Уйындар аша уҡыусылар  бирелгән теманы тиҙ үҙләштереп, нығытып та ҡуялар.
Уҡытыусылары Юлиә Зәйнулла ҡыҙы Салауатова алып барған I “А” синыфында – әлифба, Айгөл Фәрит ҡыҙы Ғилманованың I “Б” синыфы һәм Айгөл Рауил ҡыҙы Ғәлимованың I “В” синыфында яҙыу дәрестәре беренселәрҙең һәйбәт әҙерлек менән килеүен һәм уҡыу барышында ыңғай мотивация менән эшләүен иҫбат итте”, – тип яҙалар белем усағының сайтында.

Афарин, беренселәр, артабан да шулай дауам итегеҙ, йәме!

Фото: vk.com

Һоҡланғыс беренселәр
Һоҡланғыс беренселәр
Һоҡланғыс беренселәр
Һоҡланғыс беренселәр
Һоҡланғыс беренселәр
Һоҡланғыс беренселәр
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: