

Тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял иттек, тыуған еребеҙҙең матурлығы менән һоҡландыҡ, кумәкләшеп ҡыҙыҡлы уйындар уйнаныҡ, тәмлекәстәр менән һыйландыҡ.Ҡайтышлай апайыбыҙ Көрпә йылғаһын күрһәтте, был йылға тураһында һөйләне.
Был сәйәхәт беҙгә ныҡ оҡшаны. Киләсәктә тағы ла тыуған төйәгебеҙҙең матур урындары менән танышырбыҙ әле!
Диана МӘХМҮТОВА, V синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com