+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
10 Октябрь 2022, 05:25

Олатай-өләсәйҙәрен ҡыуандырҙылар

Әле һеҙ фотоһүрәттә күргән балалар – баш ҡалабыҙҙағы 108-се мәктәптең II «Б» синыфы уҡыусылары. 14 малай һәм 16 ҡыҙ белем алған синыфтың етәксеһе – Лилиә Раил ҡыҙы Фазлетдинова.

Олатай-өләсәйҙәрен ҡыуандырҙыларОлатай-өләсәйҙәрен ҡыуандырҙылар
Олатай-өләсәйҙәрен ҡыуандырҙылар

Тырыштар, уңғандар, һәләтлеләр икән үҙҙәре. Уҡыуҙа ғына түгел, төрлө сараларҙа ла һынатмайҙар. Дәрестән һуң инглиз теле, робототехника, гимнастика, бейеү, йыр, ҡул эштәре, каратэ, йөҙөү түңәрәктәренә йөрөйҙәр. Яңыраҡ Есения Баранова шиғыр һөйләп, район бәйгеһендә беренсе урынға сыҡҡан.
Уҡытыусылары Лилиә Раил ҡыҙы кескәйҙәрҙе дәртләндерә белә, төрлө ярыштарҙа ҡатнаштырырға тырыша. Гагарин кубогына үткән олимпиадала улар былтыр яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән, мәктәп, хатта район буйынса ла еңеүселәр бар.
Ә уҡыуҙан һуң икенселәр бергәләп ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡыла. Ботаника баҡсаһында, Урман музейында, Урмансылар паркында булғандар.
Ололар көнө еткәс, олатай-өләсәйҙәрен байрамдары менән ҡотларға онотмағандар. Был көнгә арнап һүрәттәр ҙә төшөргән улар.

Зөләйха ВӘЛИУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы.

Олатай-өләсәйҙәрен ҡыуандырҙылар
Олатай-өләсәйҙәрен ҡыуандырҙылар
Олатай-өләсәйҙәрен ҡыуандырҙылар
Олатай-өләсәйҙәрен ҡыуандырҙылар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас