+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Беҙгә килгән хаттарҙан
11 Октября 2022, 05:20

Ер яҙмышы — беҙҙең ҡулда

Һыҙылып ҡына таң ата. Бар донъя уяна. Ошо мәлдә ҡояш бөтә тирә-яҡты наҙлап ҡына иркәләй.

Ер яҙмышы  — беҙҙең ҡулдаЕр яҙмышы  — беҙҙең ҡулда
Ер яҙмышы — беҙҙең ҡулда

Япраҡтарҙағы, үлән өҫтөндәге ысыҡ тамсылары ынйы булып, күҙ яуын алып тора. Сәскәләр еҫе аңҡый. Күкрәгеңде киңәйтеп, рәхәтләнеп тын алаһың, ниндәй рәхәт! Ошо гүзәллекте бөтә кеше күрә белһен ине…
Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң ғәзизе – әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуы, иң йылыһы – өй усағы, иң күркәме – тыуған йорто, иң йәмлеһе – туған тәбиғәте.
Тыуған ер һәр кеше өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле. Юҡҡа ғына уны ғәзиз әсә менән тиңләмәйҙәр. Һәр кем үҙенең Тыуған иле, уның байлыҡтары һәм уңыштары менән ғорурлана. Ләкин был ғына аҙ. Тыуған яғыбыҙҙы яратырға, тәбиғәтен һаҡларға кәрәк. Тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ файҙалана белеү ҙә мөһим. Ере байҙың – иле бай, тиҙәр. Ә мин, иле байҙың – күңеле бай, ижад ҡомары урғылып тора, тип тә өҫтәр инем.
Ата-бабаларыбыҙ ғәжәп үҙенсәлекле Уралда үҙенә мәңгелек төйәк тапҡан. Атайсалыбыҙҙа ер тетрәмәй, вулкан урғылмай. Ғәрәсәт-дауылдар ҡупмай. Беҙҙә тыныс.
Ер-һыуыбыҙ имен булһын,
Имен торһон тау-таштар.
Тыуған ерҙең ҡәҙерен белеп,
Шат йәшәгеҙ, яҡташтар!
Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда! Ошо хаҡта бер ҡасан да онотмайыҡ.


Радмила ФӘРРӘХОВА, V «А» синыфы уҡыусыһы.

Туймазы ҡалаһы, 1-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас