

Районыбыҙ игенселәренә дан йырлап, милли ризыҡтарҙың береһе ҡурмас менән таныштыҡ. Ҡурмастан талҡан эшләп ауыҙ итеп, милли уйындар уйнап, йырҙар йырлап, халҡыбыҙ йолаларын иҫкә төшөрҙөк. Әлиә Ишмырҙа ҡыҙы төп ризығыбыҙ – икмәк, ҡурмас, талҡан өҫтәлдә урын алһын өсөн кемдәр көс түгеүен, уларҙың файҙаһы тураһында һөйләне.
Был сара балалар күңелендә милли ризыҡтарыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына ҡалманы, ә игенсе һөнәренә хөрмәт тә уятты.
Әлиә Сәлимова.
Фото: vk.com