+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
28 Октябрь 2022, 10:40

Ныҡ булайыҡ, дуҫтар!

Республикабыҙҙың баш ҡалаһында «Ныҡ бул!» беренсе асыҡ медиа-конкурсы гөрләп үтте. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамы менән ойошторолған бик әһәмиәтле проект ул. Бәйге балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, насар ғәҙәттәрҙе иҫкәртеү, балалар һәм үҫмерҙәрҙең ижади һәләттәрен асыу һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелде.

Ныҡ булайыҡ, дуҫтар!Ныҡ булайыҡ, дуҫтар!
Ныҡ булайыҡ, дуҫтар!

Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тиҙәр бит әле. Мин дә үҙ көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Иң беренсе этапта ҡатнашыусыларға сәләмәт тормош алып барыуға арналған «Вайн», «Плакат/постер» һәм «Социаль ролик» тигән өс номинация тәҡдим ителде. Социаль селтәрҙәрҙә блог алып барғас һәм күңелле вайндар төшөрөргә яратҡас ни, мин тәүгеһен һайланым.
Республиканың төрлө төбәктәренән килгән өс йөҙгә яҡын эш араһынан икенсе турға иң креатив һәм тәрән мәғәнәле эштәр генә үткән. Исемлектә үҙемдең дә булыуымды белгәс, ныҡ ҡыуандым.
Артабан беҙҙе Өфөгә «Тамыр» телестудияһына са­ҡыр­ҙылар. Унда интенсив үҫеш тренингы ойошторолдо. Көн бик файҙалы һәм фәһемле үтте, беҙгә вайндар төшөрөү, медиаконтент эшләү серҙәрен астылар. Популяр блогерҙар менән танышыу, аралашыу һәр беребеҙ өсөн ҙур бүләк ине. Миңә был тренинг ныҡ оҡшаны, сөнки популяр блогер Алмаз Ҡарағоловты смартфон аша түгел, ә үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, унан оҫталыҡ дәресе алдым. Медиатренер Рәлиә Йәһүҙи­на менән хатта вайн да төшөрҙөк. Ә телеүҙәккә экскурсия онотолмаҫлыҡ ваҡиға булып күңелемдә уйылып ҡалды. Өйгә эштәр алып, яңы идеялар, тәьҫораттар менән илһамланып ҡайттыҡ.
Тулҡынландырғыс көн дә килеп етте. Бына мин «Торатау» конгресс- холында «Ныҡ бул!» медиа-конкурсының финалында баҫып торам. Иң-иңдәр араһында булыу, икенсе урын алыу минең өсөн юғары баһа һәм ҙур бәхет ине!
Конкурс онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Яңы дуҫтар менән аралашыу, тәжрибә туплау... Үҫешкә яңы ынтылыш биргән өсөн «Ныҡ бул!» проектына ҙур рәхмәтлемен.
Сәләмәт тормош яҡлы һәм ныҡ булығыҙ, дуҫтар!

Сәлим ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, X синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.

Ныҡ булайыҡ, дуҫтар!
Ныҡ булайыҡ, дуҫтар!
Ныҡ булайыҡ, дуҫтар!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас