

Яҡшыға ла, яманға ла
яуап тапҡан,
Иң һуңғы һүҙ, хаҡлы баһа
унан сыҡҡан,
Күңел зауҡын, шауҡымдарын
китап баҫҡан, –
тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай.
Мин китаптар уҡырға яратам. Шуға ла китапханаға һәр саҡ теләп барам. Сөнки унда барыбыҙҙы ла яратҡан апайыбыҙ көтә. Зөлфирә Зәкирйән ҡыҙы Таһирова Маҡар ауылы моделле китапханаһында бик оҙаҡ йылдар эшләй.
Беҙҙең барыбыҙҙы ла барған һайын ҡосаҡлап ала. Кәрәк икән, кәңәштәрен дә бирә. Беҙ уны икенсе әсәйебеҙ кеүек күреп яратабыҙ.
Ысынлап та, китапта үҙеңде борсоған һәр бер һорауға яуап табырға була бит. Бының өсөн кәрәкле әҙәбиәтте эҙләп табыу мөһим.
Яратҡан китапханасым менән булған әңгәмәмде һеҙгә лә тәҡдим иткем килә.
– Китапханасы булып эшләүҙән ялҡманығыҙмы, Зөлфирә апай?
– Һис кенә лә. Китапханасы – ул китаптар донъяһында режиссёр ҙа, дизайнер ҙа, рәссам да, психолог та, экскурсовод та. Мин дә шул йүнәлештән тайпылмаҫҡа тырышам. Был һөнәр күңелемә ныҡ яҡын.
– Һеҙгә күп һынауҙар аша үтергә тура килде. Тормош алдығыҙға төрлө ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар ҡуйҙы, әммә барыһын да үтеп сыҡтығыҙ. Һеҙгә ҡарап күптәр һоҡланды. Яңынан аяҡҡа баҫыр өсөн көстө ҡайҙан алдығыҙ?
– Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ибраһим Ғиззәтуллиндың тормошо, китаптары ярҙам итте.
– Китап уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Китапхана оло хазинаға тиң. Уның менән дуҫ булырға өндәйем. Белем генә өҫтәү өсөн түгел, шәхес булараҡ та, рухи яҡтан да үҫер өсөн кеше уҡырға тейеш.
– Зөлфирә апай, быйыл «Китапханаға китап бүләк ит!» акцияһына ҡушылыусылар булдымы?
– Әлбиттә, үҙҙәренең шәхси китапханаларындағы китаптарын бүләк итеүселәр ҙә бар. Әйтәйек, шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова, билдәле журналист, публицист, яҙыусы, тарихсы Фаяз Йомағужин, Ғафури районының Сәсәндәр мәктәбенең етәксеһе, халыҡ сәсәне Фәүзиә Ҡотлогилдиналар бер ҡасан да китапхананы онотҡандары юҡ. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Тәлғәт Сәғитов һәм Әбйәлил районынан Таһир Фәттәховтар китапханабыҙҙы ныҡ байытты.
Таһир ағай беҙҙең яҡты ишетеп кенә белгән. Юлы төшкәс, ә ниңә Маҡар мәктәбенә, ауыл китапханаһына буш ҡул менән барырға, тип шәхси китапханаһынан өр-яңы китаптарын бүләк итеп алып килгән.
Ауылыбыҙҙың башҡа китап һөйөүсе дуҫтары ла акцияға теләп ҡушылды.
– Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Зөлфирә Зәкирйән ҡыҙы! Артабан да эшегеҙҙә уңыштар теләйем, китап уҡыусы дуҫтарығыҙ кәмемәһен!
Ә һеҙгә, гәзит уҡыусылары, шуны әйтер инем: китап – беҙҙең яҡын дуҫыбыҙ. Әгәр үҙегеҙгә дуҫтар тапҡығыҙ килһә, күберәк китапханаға йөрөгөҙ. Ял көндәрендә лә һеҙҙең өсөн уның ишектәре асыҡ. Килегеҙ, күпте белерһегеҙ. Унда һеҙҙе Зөлфирә апай кеүек асыҡ йөҙлө, иғтибарлы, үҙ эшен яратҡан китапханасылар көтә.
Зарифа ДӘҮЛӘТҠОЛОВА.
Ишембай районы, Маҡар ауылы.