+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
30 Октябрь 2022, 11:30

Кескәйҙәр һоҡландырҙы

Пандемия арҡаһында был байрам ике йыл уҙғарылмай килде. Шуға ла быйылғы «Көҙгө йәрминкә»не бөтәһе лә көтөп алды. Ныҡлап әҙерләнделәр ҙә.

Кескәйҙәр һоҡландырҙыКескәйҙәр һоҡландырҙы
Кескәйҙәр һоҡландырҙы

Һәр синыф өҫтәлдәргә төрлө әйберҙәрен, тәмлекәстәрен теҙҙе һәм ихлас һатты. Шунда уҡ фотозона ла ойошторғайнылар. Ә өҫтәлдәр бай ине! Нимәләр генә юҡ! Ҡоймаҡ, кекс, ҡыҫтыбый, бәлештәр... Баҡсала йыйып алынған көҙгө уңыштар, төрлө уйынсыҡтар, китаптар, телефонға кәрәк-яраҡтар, матур-матур ҡул эштәре – барыһын да һанап бөткөһөҙ ине!
Был көндө бөтәһен дә башланғыс синыфтар һоҡландырғандыр, моғайын. Улар шул тиклем матур әҙерләнгән, һәр тауарҙарын оҫта рекламалап, «һә» тигәнсе һатып та бөттөләр. Афариндар!
Һәр параллель синыф көҙгө уңыштан салаттар әҙерләү, ҡул эштәре һәм биҙәүестәр яһау буйынса ике оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Һәр синыфтан берешәр уҡыусы «Көҙгө мода» дефилеһында ҡатнашты. Ҡарап тороуҙары ҡыҙыҡ булды.
Ныҡ оҡшаны, был йәрминкә иҫтәлекле байрам булып хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр әле.

Регина ШАФИҠОВА.
Өфө ҡалаһы,
20-се башҡорт гимназияһы.

Кескәйҙәр һоҡландырҙы
Кескәйҙәр һоҡландырҙы
Кескәйҙәр һоҡландырҙы
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас