+26 °С
Облачно
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
31 Октября 2022, 04:45

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ

Яңыраҡ беҙ мәғлүмәт сәғәте үткәрҙек. Китап уҡыусылары менән «Рәсәй – беҙҙең Ватан» тигән китаптар күргәҙмәһе янында күп милләтле илебеҙ, халыҡтар дуҫлығы, Донецк һәм Луганск Халыҡ республикаларының, Херсон, Запорожье өлкәләренең беҙгә ҡушылыуҙары, Рәсәйҙең халыҡтар берҙәмлеге, дуҫлыҡ менән көслө булыуы хаҡында һөйләштек.

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙДуҫлыҡ менән көслөбөҙ
Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ

Китап уҡыусыларҙың Рәсәй тарихын яҡшы белеүҙәре, илебеҙҙең яҙмышына битараф булмауы һоҡландырҙы.
Фәһемле, мәғлүмәткә бай сара барыһына ла оҡшағандыр, тип ышанабыҙ.

Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА, 38-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас