

Тыуған илкәй – барыбыҙҙы
Туған иткән ер бит ул.
Киләсәккә талпындырған,
Өмөт биргән ер бит ул!
Эйе, төрлө милләт халҡы беҙҙә татыу, үҙ-ара килешеп йәшәй. Дуҫлыҡты сағылдырған был байрамыбыҙға уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа етди әҙерләнде. Уны башлар алдынан төрлө милләт кейемдәрен кейгән балалар түңәрәк яһап, күңелле көйгә бейеп тә алды. Оҫтабикә Айгөл Илдар ҡыҙы Сәйфуллинаның милли биҙәүестәр, түбәтәйҙәр күргәҙмәһе байрамға йәм өҫтәне. Был көндө сәхнәлә төрлө телдәрҙә тыуған яҡты данлаған, халыҡтар дуҫлығын сағылдырған һәм татыулыҡҡа теләктәшлек белдергән йырҙар башҡарылды, шиғырҙар уҡылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе рәйесе Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова балаларға Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң тарихын һөйләне, милләт-ара дуҫлыҡтың мөһим, етди мәсьәлә булыуын аңлатып үтте.
Байрамдың икенсе өлөшөндә мәктәптең коворкинг бүлмәһендә XI синыф уҡыусылары өсөн «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек тураһында йәнле әңгәмә ҡоролдо. Унда «Ашҡаҙар» гәзитенең яуаплы сәркәтибе, йәштәр ҡоролтайы етәксеһе Эльдар Мөнир улы Фәттәхов мәктәптең директор урынбаҫары Гөлнар Рим ҡыҙы Ғималоваға Рәхмәт хатын тапшырҙы. Ә тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова ҡалабыҙҙа эшләп килгән туғыҙ милли үҙәк, Халыҡтар берҙәмлеге байрамының XVII быуат тарихына бәйле булыуы тураһында һөйләне. Ул уҡыусылар, уҡытыусылар һорауҙарына яуап та бирҙе.
Был осрашыу бөтәбеҙгә лә оҡшаны. Барыбыҙға ла тыныс күк йөҙө аҫтында имен йәшәргә яҙһын. Берҙәмлектә беҙҙең көс!
Венера ВӘХИТОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 23-сө полилингваль мәктәп.