+15 °С
Облачно
VKOKTelegram

Башҡортостан буйлап сәйәхәт

VIII «А» һәм «Б» синыфы уҡыусылары менән республикабыҙҙа старт алған «Мәктәп туризмы» проектында ҡатнашырға ҡарар иттек. Мәктәп директоры Зөлфиә Әғләм ҡыҙы Сафуанова ла теләгебеҙҙе хупланы, ҡыуанып изге фатихаһын бирҙе.

Башҡортостан буйлап сәйәхәтБашҡортостан буйлап сәйәхәт
Башҡортостан буйлап сәйәхәт

Ике көнлөк сәйәхәт юлын һайлауға бик етди ҡараныҡ. «Тархан» туристик фирмаһы (етәксеһе – Илдар Бик­ҡужин) тәҡдим иткән «Урал легендаһы» программаһы күңелебеҙгә хуш килде һәм, ниһайәт, юлға сыҡтыҡ.
Ғафури ерендә беҙҙе ололап, «Асанбай» фольклор ансамбле ҡаршы алды. Мультиинструменталист Илһам Ханнан улы Байбулдиндың халыҡ музыка ҡоралдарында уйнауы серле моң донъяһына алып ингәндәй булды. Мәшһүр Уҡлы ҡая, «Батырҙар рухы» арт-объекты, аҫылмалы күпер – быларҙың барыһы менән дә һоҡланып, хайран ҡалып танышты уҡыусылар. Ә тәбиғәт һуң! Алтынға мансылған, тиерһең! Гүйә, беҙҙең килгәнде әҙерләнеп, ҡупшыланып көтөп алған! Шундай матурлыҡ! Тыуған еребеҙҙең тәбиғәте, ысынлап та, аҫыл хазинаға тиң!
Артабанғы маршрутыбыҙ Башҡортостандың «Ете мөғжизәһе»нә ингән Красноусол минераль һыу сығанаҡтарында дауам итте. Унан һуң Торатауға артылдыҡ. Ҡасандыр йөмһүриәтебеҙҙең баш ҡалаһы булған Стәрлетамаҡ та ҡолас йәйеп ҡаршы алды беҙҙе. Унда филармония артистары сығышын да яратып ҡараныҡ.
Һәр бер осрашыу, иҫтәлекле тарихи урындар, тәбиғәт ҡомартҡылары күңелдәрҙә һөйләп бөтә алмаҫлыҡ йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ике көнгә һуҙылған сәйәхәттән илһамланып, рухланып, йәнебеҙ, тәнебеҙ менән ял итеп, ҡәнәғәт ҡайттыҡ.

Мәрйәм ХӘСӘНОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 41-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас