+15 °С
Облачно
VKOKTelegram

"Көҙгө уңыш" байрамы

Белем усағыбыҙҙа бик күңелле икенсе икмәгебеҙ – картуфҡа арналған "Көҙгө уңыш" байрамы үтте. Уҡыусылар был ризыҡтан тел йоторлоҡ нимәләр генә бешермәгәндәр ине: тәмле-тәмле бәлештәр, турамалар, кәтлиттәр. Жюри ағзалары "Антошка", "Чипсы", "Пётр I" командаларының өҫтәлдәрен ҡарап сыҡҡас, тейешле баһаларын ҡуйҙы.

"Көҙгө уңыш" байрамы"Көҙгө уңыш" байрамы
"Көҙгө уңыш" байрамы

Уҡыусылар биология уҡытыусыһы Минһылыу Ғилман ҡыҙы Булатова әҙерләгән викторина һорауҙарына ла ихлас яуап бирҙе. Шулай уҡ улар картуф тураһында йыр йырлап, бейеп тә алдылар. Ҡағыҙ киҫәктәренән мәҡәлдәр теҙеп, бик оҫта сәхнәләштереп тә күрһәттеләр. Картуфты тиҙ йыйыу һәм әрсеү буйынса ла ярышта  һынатманылар.

Әлбиттә, ярыш булғас, йыйылған мәрәй һандарына ҡарап, I урын – VII  синыфҡа булһа, II урын – V һәм VI синыфтыҡыларға, ә III урын VIII һәм IX синыфтарға бирелде.

"Картуф байрамы"ның аҙағы күңелле дискотека менән тамамланды. Балалар ихлас бейеп, күңел асты. Был сара барыһына ла ныҡ оҡшаны.

 

Гүзәл Әхмәҙиева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Әбйәлил районы, Рауил мәктәбе.

"Көҙгө уңыш" байрамы
"Көҙгө уңыш" байрамы
"Көҙгө уңыш" байрамы
"Көҙгө уңыш" байрамы
"Көҙгө уңыш" байрамы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас