

Ул көнө буйы саф һауала уйнап рәхәтләнә. Маладис! Телефон уйнап ултырмағас, шәп инде. Тағы ла Морат ағаһы Ильяс менән сатраш уйнарға ярата. Бик оҫта уйнай үҙе. Ҡайһы саҡта хатта ағаһын дөрөҫ уйнарға өйрәтеп тә ебәрә икән. Уйын араһында әсәһенә ҡоймаҡ та ҡойошоп өлгөрә шәп малай. Маладис!
Фото: М. Мөхәмәтйәров.