

Юғары кимәлдә ойошторолған бындай иҫ китмәле фестиваль күптән булғаны юҡ ине. Бәлки, шуғалыр ҙа Мәскәү, Ҡазан, Силәбе, Перьм ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар ҙа күп булғандыр.
Беҙҙең "Йәшлек" үҫмерҙәр клубында ла шундай һәләтле, шәп, оҫта йәштәребеҙ булыуы күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Уларға артабан да ижади уңыштар юлдаш булһын!
Ф. ВӘЛИУЛЛИНА,
"Йәшлек" үҫмерҙәр клубының социаль педагогы.
Өфө ҡалаһы.