+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Китап тураһында һөйләштек

Хәйбулла районы Аҡъярҙағы 1-се мәктәптең V "А" синыфы уҡыусылары өсөн каникулдан һуң тәүге дәрес китап тураһында һөйләшеүҙән башланды.

Китап тураһында һөйләштекКитап тураһында һөйләштек
Китап тураһында һөйләштек

"Иң яҡшы дуҫ - китап" тигән исем менән үткән дәресте Гөлшат Иштимер ҡыҙы Ишбулатова ойошторҙо. Каникул осорондағы эштәрҙе, ваҡиғаларҙы барлағанда, балаларҙың кемеһе булһа ла уйын араһында китап уҡыған йәки китапханаға йөрөгән – һөйләшеү шул хаҡта булды.

Башланғыс синыфтарҙы тамамлап, бишенсегә килгән балалар өсөн был каникул тәүге сиреккә йомғаҡ яһау ҙа булып тора. Шуға дәрестә дүрт йыл буйы уҡытҡан уҡытыусылары Гөлшат Сәлимйән ҡыҙы Торомтаеваның да ҡатнашыуы осраҡлы түгел. Ул балаларҙың яңы баҫҡыста уҡыу тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты, ниндәй ҡыйынлыҡтар менән осрашыуҙары хаҡында белеште, кәңәштәр бирҙе.
  Моделле балалар китапханаһының мөдире булараҡ, китап тураһында һөйләшеүгә мине лә саҡырҙылар. Үҙ сығышымда балалар яратып уҡыған башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренә байҡау яһаным, яңы китаптар менән таныштырҙым, китапхананың эшмәкәрлеге, конкурстар, акциялар хаҡында бәйән иттем.
Шуныһы ҡыуаныслы: V "А" синыфы уҡыусылары араһында китапхананың тоғро дуҫтары – китап уҡыусылар байтаҡ ине.
Гөлшат Иштимер ҡыҙы дәресте йомғаҡлап, китап менән дуҫ булғандарҙың күңел торошо ни тиклем бай, үҙенсәлекле булыуын,уның төрлө һөнәр эйәһенә лә ыңғай йоғонто яһауын һәр бала күңеленә һалырға тырышты.

Сәлимә БАЙГИЛДИНА.

Хәйбулла районы.

Китап тураһында һөйләштек
Китап тураһында һөйләштек
Китап тураһында һөйләштек
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас