

Бына бөгөн хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Сәйәхәтебеҙ музей менән танышыуҙан башланды. Унда Башҡорт атлылары тураһында бай мәғлүмәт, экспонаттар тупланған. Миңлеғәле Шайморатовтың шәхси әйберҙәре лә һаҡлана икән. Фотоматериалдарҙа үҙҙәренең ҡарт ҡартатайҙарының, ҡарт олатайҙарының исемдәрен күргән Линар Абдрахманов, Амалиә Ишморатова, Азалиә Марҡабаева, Карина Яҡуповалар был көндө ғорурлыҡ тойғоһо ла кисерҙе.
Экскурсия аҙағында интерактив уйын тәҡдим иттеләр. Музейҙан барыбыҙ ҙа тәьҫоратланып, ҡәнәғәт булып сыҡтыҡ.
Шунан инде беҙ Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә юлландыҡ. Мәңгелек батырҙарҙың ҡаһарманлыҡтарын сағылдырған был мемориаль комплекс бөтәбеҙҙең дә күңелдәрҙе әсир итте. Ватаныбыҙ тарихын һөйләгән һәйкәл янында фотоға ла төштөк.
Өфө ҡалаһының иң иҫтәлекле, тарихи урындары менән таныштырыу өсөн экскурсовод яллау бик отошло булды. Уның менән милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен дә барып күрҙек.
Сәйәхәтебеҙ аҙағында уйын майҙансыҡтарына ла һуғылдыҡ. Рәхәтләнеп ял иттек. Беҙгә ныҡ оҡшаны. Күпте күреп, белеп ҡайттыҡ. Бының өсөн синыф етәксебеҙ Филүзә Рәжәп ҡыҙы Харрасоваға, алыштырғыһыҙ видеооператор булып, ярҙам итеп йөрөгән әсәйҙәр Екатерина Владимировна Ҡасимова менән Рәмилә Рәүеф ҡыҙы Марҡабаеваға бөтәбеҙ исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә.
Айнур МӘМБӘТОВ, V «Б» синыфы уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.