

Ҡыҙҙар, малайҙар Рәсәйҙәге иң яҡшы, иң ҙур зоопарктарҙың береһендә булған. Ижевскиҙа урынлашҡан был тәбиғәт биләмәһе, ысынлап та, үҙенә саҡырып тора. Өфөләге 108-се мәктәптән 46 бала ундағы йәнлек-ҡоштарҙы үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтҡан.
«Лана-Тур» туристик агентлығы менән берлектә мәктәп уҡыусылары тәүге тапҡыр ғына сәйәхәткә сыҡмай. Әлегеһенә уҡытыусылары Лилиә Ғәйнетдин ҡыҙы Абдуллина, Ольга Владимировна Асрарова, Марина Петровна Караульщикова, Татьяна Эвальдовна Мак, Лариса Николаевна Носкова менән барғандар. Булмаһа, һүҙҙе уҡыусыларҙың үҙҙәренә бирәйек.
– Зоопарк иҫ киткес таҙа, ҡараулы. Гид һәр бер хайуан хаҡында ҡыҙыҡ итеп һөйләне. Аҡ төҫтәге арыҫланды, һирәк осраған Амур юлбарыҫын, маймылдарҙың бер нисә төрөн күреү насип булды. Морждар иһә бик аҡыллы йәнлектәр икән, уларҙың сығышын яратып ҡараныҡ, – ти Самат Баязитов менән Марат Ғөбәйҙуллин.
– Ә миңә ҡоштарҙан поляр өкө менән туҡан оҡшаны, – тип һүҙгә ҡушыла Таһир Сафиуллин.
Тәмле итеп ашап алғас, уҡыусылар Михаил Калашников исемендәге музейға юл тотҡан. Тап Ижевскиҙа бөтә донъяға билдәле автомат сығарыла башлай ҙа инде. Ә уйлап табыусыһы бар ғүмерен тиерлек шул заводта эшләүгә бағышлай.
– Күп төрлө ҡоралдар күрҙек. Тирҙа атып ҡарау оҡшаны. Данлыҡлы конструктор Калашниковтың тормошо хаҡында һөйләгәнде ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ, – тип тәьҫораттары менән бүлешә Камилла Камалова һәм Регина Ғөбәйҙуллина.
Уҡытыусы Лилиә Ғәйнетдин ҡыҙы билдәләүенсә, ҡала архитектураһы беҙҙең Өфөнөкөнән айырыла икән, элекке стиль күп ерҙә һаҡланып ҡалған.
– Тап ошо күренеш беҙгә оҡшаны ла инде, – ти Камилла Ғайнанова менән Камилла Ҡанбәкова. – Уларҙа ла Дуҫлыҡ монументы бар икән.
Иҫтәлекле сувенирҙар, магниттар алып, юлда йырлашып-көлөшөп ҡайттыҡ, тине уҡыусылар, ҡыҙыҡлы сәйәхәт өсөн рәхмәттәрен дә белдерҙе улар.
Л. МӘҮЛИТОВА.