

Район үҙәге Аҡъярға барып, «Бөркөт» кинотеатрында «Шағир көндәлеге» фильмын ҡараныҡ. Булат Йосоповтың халыҡ шағиры Рәми Ғәриповтың тормош һәм ижад юлына арнап төшөргән фильмы бик ныҡ оҡшаны.
Каникулыбыҙҙың бер көнөндә Магнитогорск ҡалаһына юл тоттоҡ. Унда аквапаркта булдыҡ. Бассейнда рәхәтләнеп йөҙөп, күңелле ял иттек.
Нургизә РӘХМӘТОВА,
IX синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы,
Яңы Ергән мәктәбе.