

Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарылған мауыҡтырғыс та, файҙалы ла викторинала ҡатнаштыҡ. Төркөмдәргә бүленеп, стена гәзите сығарҙыҡ. Шулай уҡ һәр уҡыусы үҙен ҡыҙыҡһындырған робот техникаһы, ҡул эштәре, һүрәт төшөрөү, йыр, бейеү түңәрәктәренә лә йөрөргә онотманы. Ашнаҡсы апайҙарыбыҙ беҙҙе көн дә тәмле ризыҡтар менән һыйланы.
Лагерҙа үткән күңелле көндәребеҙ өсөн уҡытыусыларыбыҙға, ашнаҡсы апайҙарыбыҙға рәхмәт!
Гөлиә НАЗАРҒОЛОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.