+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Рәхмәт һиңә, көҙгө ялым!

Көҙгө каникулым күңелле һәм файҙалы үтте. Шулай ҙа иң иҫтәлеклеһе Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында «Мостай уҡыуҙары – 2022» фәнни-ғәмәли конференцияһында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында ҡатнашыу булды.

Рәхмәт һиңә, көҙгө ялым!Рәхмәт һиңә, көҙгө ялым!
Рәхмәт һиңә, көҙгө ялым!

Районыбыҙҙа күренекле башҡорт шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, яҡташыбыҙ Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты Рәшит Назаровтың тыуған көнөнә арналған саралар уҙҙы. Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге үҙәк район китапханаһында һәм гимназиябыҙҙа уҙғарылған шиғыр һөйләүселәр конкурсында еңеү яулап һөйөндөм. Шулай уҡ үҙебеҙең мәктәптәге «Йәш армеецтар» ойошмаһы ағзалары менән Өфө ҡалаһына аквапаркка һәм музейҙарға барҙыҡ.
Каникулым иҫтәлекле тәьҫораттарға бай булды. Рәхмәт, һиңә көҙгө ялым!


Лиана Йәлилова, IX синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас