

Ҡайтҡанын көтөп алабыҙ. Беҙҙең өсөн ул өйөбөҙҙөң ҡояшы кеүек. Һәр беребеҙҙе ихлас ярата, иркәләй, хәстәрләп тора. Тауышы шул тиклем наҙлы, күҙҙәре нурлы!
Илгизәр ҡустым менән уға гел ярҙам итергә тырышабыҙ, кескәй Ҡәҙриә һеңлебеҙҙе лә ҡарашабыҙ. Ҡәҙерле кешебеҙ ҡыуанһа, беҙгә лә рәхәт.
Әсәйемде ныҡ яратам, уға оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйем.
Нурбулат ДӘҮЛӘТҠУЖИН,
III синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Тимер ауылы.