+29 °С
Облачно
VKOKTelegram

Ҡыуандырып ҡына торорбоҙ

Әсәйем – донъяла иң ҡәҙерле кешем. Уға булған һөйөүөм, сикһеҙ рәхмәт хистәрем йөрәгемдең иң түрендә һаҡлана.

Ҡыуандырып ҡына торорбоҙҠыуандырып ҡына торорбоҙ
Ҡыуандырып ҡына торорбоҙ

Исеме – Гөлфиә. Үҙе лә, күңеле лә бик матур уның. Һәр кемгә иғтибарлы, хәстәрлекле, ярҙамсыл. Шатлығымды ла, ҡайғымды ла иң беренсе әсәйем менән бүлешәм. Янымда яҡлаусым, һаҡлаусым, терәгем булғас, был тормошта миңә бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел һымаҡ. Ҡәҙерлемде шул тиклем яратам, үҙен ҡыуандырыр өсөн тырышып уҡыйым, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашам. Берәй ергә китһәм, әсәйемдең наҙлы тауышын, йылы ҡараштарын, йомшаҡ ҡулдарын, иркәләүен һағынып ҡайтам.
Әсәйем өс балаға ғүмер бүләк иткән. Мин VII синыфта белем алам, Дамир ҡус­тым – II синыф уҡыусыһы. Кескәй һеңлебеҙ Самира бәләкәс әле, әсәйем уның менән декрет ялында ултыра. Быға тиклем Белорет районының Аҙнағол ауылы мәҙәниәт йортонда мөдир булып эшләне. Ныҡ уңған, һәләтле, әүҙем ул, йыр-моңға ғашиҡ. Тәмлекәстәр бешерергә лә оҫта.
Атайым менән икәүләп беҙгә матур тәрбиә бирер өсөн барлыҡ көстәрен һалалар. Алла бирһә, беҙ ҙә һынатмаҫбыҙ, ғәзиздәребеҙҙең ҡәҙерен белеп, үҙҙәрен ҡыуандырып ҡына торорбоҙ.
Ҡәҙерлемде яҡынлашып килгән байрамы менән ҡотлағым килә. Һәр ваҡыт ҡояш кеүек йылмайып-көлөп йәшә, һау-сәләмәт, оҙон ғүмерле бул, әсәй!

Камила СӘФӘРҒӘЛИНА, VII «Б» синыфы уҡыусыһы.

Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас