

Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда район уҡыусылары өсөн семинар үтте, хәҙер улар мәктәп яңылыҡтары менән таныштырып барасаҡ. Бөтә мәктәптәрҙе берләштергән берҙәм медиаүҙәк булдырыу идеяһының авторы - мәғариф идаралығының методик бүлек мөдире Рәмзиә Ильясова, проект етәксеһе - өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Гөлназ Ибраһимова, ойоштороусыһы - Аҡъяр ауылының Балалар ижады йорто директоры Марсель Собханғолов.
Семинар Аҡъяр телевидениеһын монтажлау режиссёрҙары ҡатнашлығында теоретик һәм практик өлөштәрҙән торҙо. Тәүҙә балалар тексты, уның структураһын нисек дөрөҫ яҙырға өйрәнде, ижади төркөмдөң эше менән танышты, һуңынан ижади процеста ҡатнашты. "Осҡон" балалар телестудияһы педагогы Нәйлә Таһирова етәкселегендә улар камераға сараны төшөрә алды, тиҙ генә видеоның монтажын әҙерләне һәм әҙер видеоролик күрһәтте.
Алда балаларҙы күп ижади эштәр көтә, ул мәктәп тормошон оператив яҡтыртыуға йүнәлтеләсәк. Уңыштар теләйбеҙ!
Г. ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.