

Батырлыҡ дәрестәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, район Советы депутаттары менән осрашыуҙар үтте. Бүребай, Подольск, Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары Андрей Папырин, Ришат Кәримов, Рөстәм Ғабдрахманов, Вил Юлдашбаев, Әҙеһәм Иҫәнбаевтарҙы иҫкә алып, мәктәптә урынлашҡан мемориаль таҡтаташтарға сәскәләр һалды.
Балаларҙың күңелендә илһөйәрлек тойғоһо уятҡан, рухландырған бындай саралар тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, беҙҙең яҡты киләсәк өсөн баштарын һалған ҡаһарман батырҙарыбыҙҙы, илебеҙ тарихын онотмаҫҡа өндәй.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.