

Ҙурыраҡ синыф уҡыусылары билдәле шәхестәребеҙгә арналған стена гәзиттәре сығарһа, бәләкәйерәктәр үҙ телебеҙҙә ҡотлау асылмалары һәм мәҡәлдәр, аҡыллы фекерҙәр йыйылған китапсыҡтар эшләне. Мәктәптең социаль селтәрендә иһә башҡортса шиғырҙар һөйләү буйынса акция барҙы.
Йомғаҡлау рәүешендә үткәрелгән кисәлә концерт номерҙары күрһәтелде, директор Илшат Рәшит улы Ғәлләмов әүҙем уҡыусыларҙы билдәләне. Сараны уҙғарыуға ҙур өлөш индергән уҡытыусылар Илүзә Рәфил ҡыҙы Яҡшыбаева, Фирүзә Әмәҙулла ҡыҙы Иштәкбаева, Ләйсән Ишмырҙа ҡыҙы Юлбирҙина, Лилиә Раил ҡыҙы Фазлетдинова был мөһим байрамдан ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе: телебеҙҙең байлығын, әһәмиәтен күрһәтеү, уны һаҡлауға тағы бер аҙым эшләүгә ярҙам итте, тине улар.
Зөләйха ВӘЛИУЛЛИНА.