

«Гимназия ынйыҡайы – 2022», «Гимназия ыласынҡайы – 2022» бәйгеләре лә үҙенсәлекле, сәмле, бай йөкмәткеле булды. Улар Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына, Әсә көнөнә арналды. Беҙҙең уҡыу йортонда республикабыҙҙың төрлө райондарынан, ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән килгән балалар белем ала. Үҙ-ара бик татыу йәшәйҙәр. Уҡыуҙа ла, эштә лә һынатмайҙар.
10 – 11 йәшлек V синыф уҡыусылары араһынан ынйыҡайҙар бәйгеһендә – Илүзә Бирҙеғолова (Ейәнсура), Зарина Түләкова (Күгәрсен), Сәлимә Йәрмөхәмәтова, Ләйсән Шәрипова (Хәйбулла), Амалия Ишморатова, Азалиә Марҡабаева (Күмертау), ә ыласынҡайҙар ярышында Динислам Ғафаров, Даниэль Әхмәтов (Көйөргәҙе), Ислам Бикбулатов (Күгәрсен), Айнур Мәмбәтов, Денис Ниғмәтуллин (Күмертау) көс һынашты. Алыҫ ара, тип тормай, балаларының сығыштарын ҡарарға ата-әсәләре, туғандары килеп еткәйне.
Гимназия директоры Шайморат Азамат улы Тимербулатов сараны асып, килгән бар әсәйҙәрҙе лә байрамдары менән ҡотлап, бәйгеселәргә уңыштар теләгәс, ярыш башланып та китте. Сәхнәлә матур ынйыҡайҙар, әкиәттәге батыр егет кеүек сос, ҡыйыу ыласынҡайҙар һынау тотто.
«Әсәйемә бүләк» конкурсында һәр бәйгесе үҙ ҡулдары менән матур асылмалар эшләп, изге теләктәрен дә еткерҙе. Тырышып уҡырға ла һүҙ бирҙеләр. Ә «Минең йондоҙло сәғәтем» исемле ярышта балалар башҡорт теленә арналған шиғырҙар һөйләне, Тыуған ил, батырҙар, әсәйҙәр, тыныслыҡ тураһында матур йырҙар, хисләнеп «Күбәләк», «Еләк йыям» бейеүҙәрен башҡарҙы. Һуңғы бәйгелә улар шайморатовсылар, байрам, башҡорт милли кейемдәрен, мәктәп костюм, күлдәктәрен кейеп, дефиле күрһәтте. Һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ.
Балаларҙың дәртләнеп, ихласланып, сәмләнеп сығыш яһауҙары ата- әсәләрҙең, тәрбиәселәрҙең, уҡытыусыларҙың, жюри ағзаларының күңеленә хуш килде. Зал алҡыштарға күмелде.
Жюри ағзаһы, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова:
– Был сара балаларҙа телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү уята һәм тәрбиәүи көскә лә эйә, – тип ойоштороусыларға маҡтау һүҙҙәрен әйтеп, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Иң тантаналы мәл етте. Кемдәр иң-иңе булыр икән? «Гимназия ынйыҡайы – 2022» исемен Зарина Түләкова алһа, ә «Гимназия ыласынҡайы – 2022» булып Айнур Мәмбәтов танылды! Ҡыҙҙар араһынан I урынды – Илүзә Бирҙеғолова, II урынды – Амалия Ишморатова, III урынды Ләйсән Шәрипова менән Азалиә Марҡабаева яуланы. Ә малайҙар араһында Динислам Ғафаров беренсе булһа, Ислам Бикбулатов – икенсе, Денис Ниғмәтуллин өсөнсө урынға сыҡты. Даниэль Әхмәтов, Сәлимә Йәрмөхәмәтова, Зарина Түләкова, Айнур Мәмбәтовтар Күмертау башҡорттары ҡоролтайының дипломдарын, бүләктәрен алып һөйөндө.
Әйткәндәй, бәйгене «Аҡсарлаҡ» бейеү, «Сөмбөл» йыр, «Любезники» ҡурайсылар, «Аҡбуҙат» фольклор ансамблдәре, «Айым» театр коллективы сығыштары биҙәне. Байрамға йәм биргән гимназиябыҙҙың сағыу йондоҙҙары Әнүәр Вәхитов менән Морат Ярышевҡа ла рәхмәт әйтке килә. Уларға республикабыҙҙың «Юлдаш плюс» йәштәр интернет-радиоһынан бүләктәр тапшырылды. Афариндар!
Йәмилә РАМАҘАНОВА, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Күмертау ҡалаһы,
3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.