+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
23 Декабрь 2022, 11:40

Шыршы байрамы үтте

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда муниципаль Яңы йыл шыршыһы үтте.

Шыршы байрамы үттеШыршы байрамы үтте
Шыршы байрамы үтте

Сараға 19 белем биреү усағынан 200-гә яҡын уҡыусы саҡырылғайны. Уларҙың барыһы ла - уҡыу алдынғылары, оҫта йырсылар,бейеүселәр, спортсылар, төрлө олимпиада һәм конкурстарҙа ҡатнашыусылар.

 "Тылсымлы диск" тип аталған театрлаштырылған тамаша барыһына ла оҡшаны. Уҡыусылар әкиәт персонаждары менән бергәләп йырланы, уйнаны, бейене. Балалар ярҙамында яҡшылыҡ еңде! Яңы йыл шыршыһында уттар ҡабынды! Төп ғәмәлдәрҙән һуң балалар бергәләп шыршы тирәләй йырлап әйләнделәр, шиғырҙар һөйләнеләр. Иң тапҡырҙары халыҡ уйындарын уйнай алды.

Муниципаль Шыршы байрамында ҡатнашыусы балаларға, тәмлекәстәрҙән тыш, Яңы йыл бүләктәре лә таратылды.

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы. 

Шыршы байрамы үтте
Шыршы байрамы үтте
Шыршы байрамы үтте
Шыршы байрамы үтте
Шыршы байрамы үтте
Шыршы байрамы үтте
Шыршы байрамы үтте
Шыршы байрамы үтте
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас