

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Миңлеғәле Шайморатов һәм уның 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы иҫ китмәле батырлыҡ күрһәткән. Барыһы ла 1941 йылдың 13 ноябрендә СССР Оборонаһы дәүләт комитеты тарафынан милли ғәскәрҙәр берләшмәһен булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителеүҙән башлана.
1941 йылдың 25 декабрендә Миңлеғәле Шайморатов дивизия командиры итеп тәғәйенләнә. Ә дивизия 1942 йылдың 2 мартында ойошторолоп бөтөп, әҙерлек үткәндән һуң, ошо уҡ йылдың 2 июлендә Сталинград һуғышынды ҡатнаша. Баһалап бөткөһөҙ данлы хәрби юл үтә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (аҙаҡ 16-сы Чернигов гвардия кавалерия дивизияһы). Уның 3860 яугиры орден, миҙалдар менән наградлана, 78-е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Халҡыбыҙҙың данлы улдары араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Уларҙың береһе – Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин. Ә 2020 йылда Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелә.
Музейҙа һуғыш йылдарының тере шаһиттары, батырҙарыбыҙҙың ҡиммәтле аманаты – хаттары ҡәҙерләп һаҡлана. Һарғайып бөткән ҡағыҙҙар хужаларының, йәғни Фәйзрәхмән Йәнғәле улы Йомағолов, Әхмәтхан Хужанияз улы Мәмбәтов, Ҡәйүм Хәбибрахман улы Әхмәтшиндең күңел йылыһын әле һаман да һыуытмай.
Бына ошолар тураһында һөйләне беҙгә тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәзилә Фәзулла ҡыҙы Байғусҡарова.
Лира Хәлит ҡыҙы Таҡалова данлыҡлы дивизияға һәм Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған бай китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы, әҫәрҙәрҙән иң ҡыҙыҡлы өҙөктәр уҡып ишеттерҙе.
Шайморатов генералға ҡуйылған һәйкәлдәр күп икәнен дә белдек. Ә 11 октябрҙә баш ҡалабыҙҙа бөйөк батырыбыҙға һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бағышланған мемориаль һәйкәл комплексы асылыуы, Өфөләге Миңлеғәле Шайморатов музейы айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты, киләсәктә уларҙы барып күреү теләге уянды.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: иң ҡиммәтле һәйкәл – ул беҙҙең хәтер, тарихыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныу, уны өйрәнеү, белеү, Шайморатов кеүек илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы яратыу.
Фәһемле осрашыу өсөн музей хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Йәмил ЮНЫСОВ, VII «Б» синыфы уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.