-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
27 Декабрь 2022, 14:15

Ижади калейдоскоп

Хәйбулла районының Әбүбәкер мәктәбендә ошондай исем менән матур сара уҙҙы.

Ижади калейдоскоп
Ижади калейдоскоп

"Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр!" тип бушҡа ғына яҙмаған бөйөк урыҫ яҙыусыһы Фёдор Достоевский.Сөнки матурлыҡты күрә, уны тыуҙыра белгән кеше бер ҡасан да енәйәт ҡылмаҫ, кеше хеҙмәтен хөрмәт итә белер. Беҙ ысын матурлыҡтың һәр ваҡыт кешелекле булыуына ышанабыҙ. Гүзәллек кешене нәфисләндерә, яҡшырта, рухи һәм әхлаҡи сафландыра.

Һәләтле балаларҙың ижади эштәре менән танышыу, өҫтәмә белем биреү ойошмалары менән хеҙмәттәшлек төҙөү сараның төп маҡсаты ине. Был көндө байрамса биҙәлгән мәктәп ысын балалар ижади үҙәгенә әйләнде, сөнки Әбеш, Ғәлиәхмәт, Акъюл, Йәнтеш, Атингән мәктәптәренән йыр-моңға маһир, һынлы сәнғәткә һәм дә ҡул эштәренә оҫта уҡыусылар йыйылды. Уларға район үҙәге мәҙәниәт йортонан  Ғәлиә Әхмәт ҡыҙы Таһирова, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенән  Гөлназ Фәрит ҡыҙы Иманова, Аҡъяр ауылының тыуған яҡты өйрәнеү музейынан  Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Баймырҙина, Әбүбәкер мәктәбенең музыка уҡытыусыһы  Лилиә Салауат ҡыҙы Билалова һәм һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Нәйлә Рәхимйән ҡыҙы Билалова  тарафынан бик матур йөкмәткеле оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Һәр уҡыусы үҙен төрлө яҡтан һынап ҡарай алды: бейене, йырланы, һүрәт төшөрҙө һәм дә тарихҡа күҙ һалды.

Зөһрә Хәсән ҡыҙы VII-VIII синыф уҡыусылары менән килгән ҡунаҡтарға мәктәп музейына экскурсия ойошторҙо. Артабан уҡыусылар үҙҙәренең күҙ яуын алып торған ҡул эштәрен кургәҙмәгә ҡуйып, уның менән тиҫтерҙәрен таныштырҙы,эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Сара барыһына ла оҡшаны, һәр кем үҙенә дәрт, илһам алып, киләсәккә план ҡороп, рәхмәттәр әйтеп таралышты.

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Ижади калейдоскоп
Ижади калейдоскоп
Ижади калейдоскоп
Ижади калейдоскоп
Ижади калейдоскоп
Ижади калейдоскоп
Ижади калейдоскоп
Ижади калейдоскоп
Ижади калейдоскоп
Ижади калейдоскоп
Ижади калейдоскоп
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: