+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шыршы байрамында ҡатнаштым

Уҙған йыл аҙағында мине ҙур мөғжизә көтөп торған. Күптән хыялланған республика Шыршы байрамында ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Шыршы байрамында ҡатнаштым
Шыршы байрамында ҡатнаштым

Унда районыбыҙҙан һигеҙ уҡыусы барҙыҡ. Беҙҙе «Энергетик» балалар лагерына урынлаштырҙылар. Бар­ған көндө Ҡыш бабай, Ҡар­һы­лыу менән төрлө уйындар уй­нап, йырлап-бейеп күңел астыҡ.
Ә бына икенсе көндө «Баш­ҡорт­остан» дәүләт концерт залында әкиәт геройҙары менән күңелле тамаша көтә ине. Әкиәт донъяһына килеп эләккәндәй хис иттек үҙебеҙҙе. Кемдәр менән генә менән аралашып, фотоға төшмәнек! Ә инде сәхнәләге тамашанан һуң тылсым донъя­һы барлығына тағы бер тапҡыр инандыҡ.
Был көндө фильм да ҡараныҡ, беҙҙең өсөн юл ҡағиҙәләренә арналған күңелле, фәһемле дискотека ла ойошторолдо.
Лагерь хеҙмәткәрҙәренә тәмле аштары, яҡты йөҙҙәре өсөн рәхмәт әйтеп, эсе тулы тәмлекәс һәм бүләктәре бул­ған биштәрҙәребеҙҙе алып, инде яҡын дуҫтарыбыҙға әйләнгән ҡыҙҙар һәм егеттәр менән аралашып торорға һүҙ ҡуйышып, тыуған яҡтарыбыҙға таралыштыҡ.
Баш ҡалала үткән көндәрем мәктәп йылдарының матур бер иҫтәлеге булып, күңелемдә мәңге уйылып ҡаласаҡ.

Яҙгөл СӘЙФУЛЛИНА, VII «А» синыфы уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: