+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хыялдары тормошҡа ашты

Синыфыбыҙҙа 30 бала белем ала. Бик татыубыҙ, тырышып уҡыйбыҙ, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Уҡытыусыбыҙ Рузана Фәнил ҡыҙы Нуриева – мөләйем, изге күңелле кеше, дәрестәрен көтөп алабыҙ. Мин гел «бишле»гә уҡыйым.

Хыялдары тормошҡа ашты
Хыялдары тормошҡа ашты

Ҡыш бабайға: «Уҡытыусымды һәм синыфташтарымды башҡорт киноһына алып барғым килә. Саҡырыу ҡағыҙы бүләк ит әле», – тип яҙғайным. Уны әсәйем «Ижади теләктәр шыршыһы» акцияһына ебәрҙе. Ә бер нисә көндән «Башҡортостан» киностудияһына саҡырыу килеп төшмәһенме! Дуҫтарым менән бик шатландыҡ.
Киностудияла беҙҙе билдәле кинорежиссёр Вилүрә Иҫәндәүләтова ҡаршы алды. Ул киностудия бинаһы буйлап экскурсия үткәрҙе, һөнәренең нескәлектәре тураһында һөйләне. Йәнһүрәттәр ни рәүешле төшөрөлгәнен дә белдек. Ҡайһы бер синыфташтарым хатта үҙҙәренә киләсәктә кинорежиссёр, артист йә рәссам-мультипликатор булырға тигән маҡсат ҡуйҙы.
Ә шунан Мостай Кәримдең «Өс таған» әҫәре буйынса төшөрөлгән «Отряд Таганок» фильмын ҡараныҡ. Шәп кино! Ныҡ оҡшаны ул беҙгә.
Бына шундай Яңы йыл мөғжизәһе булды.


Фаягөл ЙОСОПОВА,
II «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: