+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Педагогик уҡыуҙар

Балалар каникулда булғанда уҡытыусылар ял итмәй. Улар белемдәрен камиллаштыра, тәжрибә уртаҡлаша.

Педагогик уҡыуҙар
Педагогик уҡыуҙар

Хәйбулла районының белем биреү ойошмаларында традицияға әүерелгән педагогик уҡыуҙар үтте. Аҡъяр, Бүребай һәм Подольск ауылдары мәктәптәрендә “Мәктәптә берҙәм белем биреү мөхитен булдырыу”, “Функциональ грамоталы шәхес”, “Уҡыу әсбаптары буйынса белем биреүҙә уҡыусыларҙың функциональ грамоталылығын формалаштырыу” темалары буйынса эшлекле уйындар ойошторолдо.

Ә 2-се Аҡъяр мәктәбендә педагогик идеялар фестивале үтте. Район мәктәптәре уҡыусылары, командаларға бүленеп, уйындарҙа һәм бәләкәй сәхнәләштереү тамашаларында ҡатнашты.

Барлыҡ майҙансыҡтарҙа эш ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле барҙы, ә ҡайһы бер мәктәптәрҙә саралар дистанция форматында ойошторолдо. Педагогик уҡыуҙар педагогия хеҙмәткәрҙәренең ижади башланғыстарын үҫтереүгә һәм квалификацияларын күтәреүгә булышлыҡ итә.

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Педагогик уҡыуҙар
Педагогик уҡыуҙар
Педагогик уҡыуҙар
Педагогик уҡыуҙар
Педагогик уҡыуҙар
Педагогик уҡыуҙар
Педагогик уҡыуҙар
Педагогик уҡыуҙар
Педагогик уҡыуҙар
Педагогик уҡыуҙар
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: