+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һалдат менән осраштыҡ

Залға уҡытыусылар, уҡыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар инеп ултырғас, экранда тетрәндергес видео күрһәтелде. Махсус хәрби операция барышы тураһында ине ул. Һалдат менән осрашыу кисәбеҙ шулай башланып китте.

Һалдат менән осраштыҡ
Һалдат менән осраштыҡ

Тәүге һүҙ ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе Әлиә Вәлиәхмәт ҡыҙы Ҡарабаеваға бирелде.
– Егет кеше өсөн илде һаҡлау элек-электән изге бурыс һаналған. Ул ун һигеҙ йәше тулыу менән мотлаҡ Ватаныбыҙ һағына баҫырға тейеш. Хеҙмәт итеү осоронда егеттәр етди һынау үтеп, тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып ҡайта. Әлеге ваҡытта беҙҙең Татырүҙәк ауылы биләмәһенән өс кеше әрмелә хәрби бурысын үтәй, ә өсәүһе яңыраҡ тыуған яғына ҡайтып та етте.
Шуныһы ҡыуаныслы – егеттәр араһында киләсәктә тормош юлын хәрби хеҙмәт менән бәйләргә теләүселәр күп. Беҙҙең ауылдан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар. Шуларҙың өсәүһе контракт буйынса хеҙмәт итһә, дүртәүһе әлеге мәлдә мобилизация буйынса илебеҙҙе һаҡларға китте. Әйткәндәй, уларҙың береһе Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонға эләкте, – тине ул.
Осрашыуға һалдат ағай ҙа килгәйне. Уның менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Назарова таныштырҙы. Ильяс Таймасов беҙҙең мәктәпте тамамлаған икән, әлеге ваҡытта контракт буйынса әрмелә хеҙмәт итә. Ауылға ялға ғына ҡайтҡан. Уның мәктәптә нисек уҡыуы, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы тураһында синыф етәксеһе Фәрзәнә Мөхәмәт ҡыҙы Дәүләтшина һөйләне.
Осрашыу аҙағында һалдат ағай һүҙ алды.
– Тормоштоң төрлө сағы булды. Шатлыҡлы мәлдәр ҙә, ҡыйын саҡтар ҙа. Шулай ауылымда сынығып үҫтем. Бер эштән дә ҡурҡып торманым. Бала саҡтан хәрби булырға хыялландым, – тине ҡунағыбыҙ.
Ильяс ағайға төрлө һорауҙар бирҙек. Бигерәк тә егеттәр әүҙемлек күрһәтте. Уларҙы бөгөнгө һалдат тормошо ҡыҙыҡһындыра ине. Шулай булырға тейеш тә. Сөнки үҙҙәрен дә киләсәктә әрме хеҙмәте көтә бит.

Айгизә ҠАРАБАЕВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Татырүҙәк мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: