+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Учалымдың йөҙөк ҡашы!

Учалы районының "Яйыҡ" һәм "Учалинская газета" редакцияларында  үҙ эшенең оҫталары хеҙмәт итә. Ошо баҫмаларҙа сыҡҡан һәр мәҡәлә юғары зауыҡлы талаптарға яуап бирә, халыҡтың әҙәби, мәҙәни мираҫын байыта.

Учалымдың йөҙөк ҡашы!
Учалымдың йөҙөк ҡашы!

Оҙаҡ йылдар үҙ халҡына тоғро хеҙмәт итеүсе, гәзит уҡыусыларҙы яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа өндәүсе, ирле-ҡатынлы Янбаевтар ғаиләһенә ҙур рәхмәтлемен!
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре, Наурыз ауылы егете, Янбаев Илфат Әғләм улы һәм уның һөйөклө ҡатыны, Илтабан ауылы һылыуы, Янбаева (Ҡаҙыева) Әнисә Робеспьер ҡыҙына һоҡланмау мөмкин түгел! Аҡыллы, белемле балалар тәрбиәләгән өлгөлө ғаилә, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, ярҙамсыл шәхестәр, редакция коллективының алтын бағаналары улар!
Халыҡты шулай һоҡландырып, ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ, бәхетле, бәрәкәтле тормошта йәшәргә яҙһын һеҙгә!

Матбуғаттың бер йәме һеҙ,

Әнисә менән Илфат.

Күңелегеҙ яҡты, нурлы,

Йөҙөгөҙ - көләс һәм шат!

 

Һеҙ яҙғандар - ныҡ уҡымлы,

Үҙегеҙ кешелекле.

Тормош юлында һыналған

Һеҙ - шәхестәр эшлекле!

 

Ярҙамсыл, ғәҙел, ипле һеҙ, 

Насар уйҙарҙан азат.

Туған телгә булған һөйөү

Һеҙгә үҫтергән ҡанат!

 

Кешеләргә дәрт-көс өҫтәй

Һеҙҙең ҡылған изгелек.

Халыҡ һеҙҙе хөрмәт итә,

Хөрмәт итер мәңгелек!

 

Абруйлы һәм шундай данлы

Һеҙҙең ырыу, һеҙҙең зат.

...Учалымдың йөҙөк ҡашы -

Әнисә менән Илфат!

Рамай ҠАҺИРОВ.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: