+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Декабрь айында күренекле яҡташыбыҙ, мәктәбебеҙҙең сығарылыш уҡыусыһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, профессор, башҡорт тарихсыһы, әҙәби тәнҡитсе, тәржемәсе, ғалим-педагог Фәнил Тимерйән улы Күзбәков үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләгәйне.

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Ул йәмле Нөгөш буйының һоҡланғыс тәбиғәтле Әбет ауылында Тимерйән Абыҙгилде улы менән Зәйнәп Әбүталип ҡыҙының ғаиләһендә һигеҙ бала араһында алтынсыһы булып донъяға килә. Атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, хаҡлы ялға киткәнсе колхозда алдынғы ҡошсо, ә әсә­һе ураҡсы була.
Намыҫлы хеҙмәттәре өсөн ҡиммәтле бүләктәр, төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары алалар.
Фәнил ағай Әбет башлан­ғыс, Боһорман һигеҙ йыллыҡ, Нөгөш мәктәптәрендә уҡый. Мораҡта шофёр һөнәрен үҙләштерә. Төньяҡ флотта хеҙмәт итә. 1979 йылда Урал дәүләт университетының журна­лис­тика факультетын тамамлай. Санкт-Петербургта аспи­рантурала уҡып ҡайта. Уҡы­тыу­сылыҡ эшен Башҡорт дәүләт университетында башлай, студенттарҙы журналистика серҙәренә өйрәтә, Башҡорт­остан мәҙәниәте тарихы буйынса ла дәрес бирә. Рәйсә Абдрах­ман ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, бер-бер артлы балалары донъяға килә. Улар инде үҫеп етеп, хәҙер үҙҙәре ғаилә ҡороп, ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡыуандыра.
Фәнил Тимерйән улы шиғыр­ҙар ижад итеүен бер ваҡытта ла ташламай. Етмеш йәше тулыу айҡанлы шағирҙың тыуған ауылы Әбеттә уның юбилей кисәһе үтте. Ауылдаштары менән берлектә беҙ ҙә, мәктәп уҡыусылары, унда теләп ҡатнаштыҡ. Яҡташыбыҙҙың шиғырҙарын яттан һөйләнек, йыр-бейеүҙәр башҡарҙыҡ. Өфөнән, районыбыҙҙан мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылғайны. Фәнил Тимерйән улына Мәләүез районының Почётлы гражданины тигән маҡтаулы исем бирелде. Ә мәктәбебеҙ директоры Гүзәл Шәһәҙәт ҡыҙы Ғәббәсова юбилейы менән ҡотлап, йыл да үҙенең премияһын тапшырып, тырыш уҡыусыларыбыҙҙы дәртләндереп торғаны өсөн уға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Быйыл инде был бүләккә иң әүҙем, төрлө олимпиада, конкурстар­ҙа юғары уңыштары өсөн биш кеше лайыҡ булды. Бына улар – һигеҙенсенән Айзилә Имелбаева, туғыҙынсынан Эвелина Бикташева, ун берен­сенән Әсәҙулла Яҡшыев, Алина Ғәбдрәшитова һәм мин. Фәнил ағайға бүләге өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Беҙ яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Киләсәктә уға һаулыҡ, тағы ла ижади үрҙәр теләйбеҙ.

Анастасия Иванцова, XI синыф уҡыусыһы.
Мәләүез районы, Нөгөш мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: