+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!

Нәҡ ошо девиз менән йәшәй Йылайыр районының Юлдыбай ауылы уҡыусылары.

Беҙ  сәләмәт тормош яҡлы!
Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!

Юлдыбай — төбәгебеҙҙәге ҙур ауылдарҙың береһе. Быйыл ул «Айыҡ ауыл» республика конкурсында үҙ көсөн һынап ҡарай. Әле улар ең һыҙғанып һәр төрлө саралар үткәрә.

Әйткәндәй, сәләмәт тормош алып барыу өсөн бында бөтә шарттар ҙа бар. Иманға әйҙәп бер түгел, ике мәсет эшләй. Спорт һөйөүселәр өсөн физкультура-һауыҡтырыу комплексының ишеге һәр саҡ асыҡ. Бында ололар ҙа, кеселәр ҙә теләп килә. Ауыл мәктәбе уҡыусыларының да  яратҡан урыны ул. IV-VI малайҙары ла бында бик йыш килә, футбол, волейбол уйнарға ярата улар. Хәрәкәттә - бәрәкәт икәнен яҡшы аңлайҙар. Афарин!

Резеда ВӘЛИЕВА.

Йылайыр районы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: