+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Флешмобҡа ихлас ҡушылдыҡ!

"Минең милли ризығым"флешмобында беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла ихлас ҡатнашты.

Флешмобҡа ихлас ҡушылдыҡ!
Флешмобҡа ихлас ҡушылдыҡ!

Ағинәйҙәр ҡоро ағзалары балаларҙы төрлө милли ризыҡтар менән таныштырҙы. Тәнзилә апай Абдуллина ҡурмас һәм талҡан әҙерләү серҙәрен өйрәтте. Ниндәй генә талҡанды тәмләп ҡараманы уҡыусылар: ҡарағатлы, еләкле, сәтләүекле, хәлүәле, йөҙөмлө. Мәғәзирә апай Иҫәндәүләтова кәзә ҡымыҙы тураһында ентекләп һөйләне. Уның буҙаһынан да ауыҙ иттек. Гөлзифа апай Вәлеева тәмле, файҙалы буҙа эшләү серҙәре менән бүлеште. Ғилминур апай Әбсәләмова балаларҙы ҡул тирмәне менән таныштырҙы. Технология уҡытыусыһы Гөлфиә Әхмәтзыя ҡыҙы талҡандан тәмле кәнфиттәр эшләп алып килгән ине, шулай уҡ тиҙ генә әҙерләнә торған бик файҙалы һәм туҡлыҡлы эсемлек - коктейль эшләп, ауыҙ иттерҙе.
Уҡыусылар халҡыбыҙҙың милли ризыҡтары менән танышты. Уларҙы нисек әҙерләү  тураһында белделәр. Был дәрес бик файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булды.

Зилә АБДУЛЛИНА.

Йылайыр районы, Юлдыбай ауылы.

 

Флешмобҡа ихлас ҡушылдыҡ!
Флешмобҡа ихлас ҡушылдыҡ!
Флешмобҡа ихлас ҡушылдыҡ!
Флешмобҡа ихлас ҡушылдыҡ!
Флешмобҡа ихлас ҡушылдыҡ!
Флешмобҡа ихлас ҡушылдыҡ!
Флешмобҡа ихлас ҡушылдыҡ!
Флешмобҡа ихлас ҡушылдыҡ!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: