+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡурсаҡ байрамы гөрләне

Юлдыбай мәктәбендә ағинәйҙәр ҡыҙҙар өсөн Ҡурсаҡ байрамы үткәрҙе.

Шәүрә Миңлеғәле ҡыҙы ҡурсаҡтың төрҙәре тураһында бик бай мәғлүмәт бирҙе. Ҡурсаҡ уйынының файҙаһы тураһында һөйләне. Ә Миләүшә Шаһибал ҡыҙының серле һандығында ниндәй генә төрҙәре юҡ ине! Туҙҙан, һөйәктән, йүкәнән эшләнгән ҡурсаҡтарҙы балалар ҡыҙыҡһынып ҡараны. Уларға төрлө ҡупшы күлдәктәр, хатта сәңгелдәк тә һыйған!
Ә бына I - IV синыф ҡыҙҙары килгән ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең ҡурсаҡтары менән таныштырҙы. Бишек йырҙары йырлап күрһәттеләр. Шулай уҡ ата-әсәләре ярҙамында эшләгән сәңгелдәктәре менән дә таныштырҙылар.
Ҡыҙҙарыбыҙҙы милли уйындарға, йолаларға таянып тәрбиәләгәндә киләсәгебеҙ ышаныслы һәм өмөтлө булыр, тип уйлайбыҙ. 

Зилә АБДУЛЛИНА.

Йылайыр районы, Юлдыбай ауылы.

Ҡурсаҡ байрамы гөрләне
Ҡурсаҡ байрамы гөрләне
Ҡурсаҡ байрамы гөрләне
Ҡурсаҡ байрамы гөрләне
Ҡурсаҡ байрамы гөрләне
Ҡурсаҡ байрамы гөрләне
Ҡурсаҡ байрамы гөрләне
Ҡурсаҡ байрамы гөрләне
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: